Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 05:59

Нисек матур булып ҡалырға?

һәр көн 10-15 минутты үҙеңә арнау файҙаһын һиҙҙерер.

Битегеҙҙең һәр саҡ саф, һырҙарҙың әҙ булыуын теләһәгеҙ көнөнә үҙеңә  саҡ ҡына булһа иғтибар бүлеп, гимнастика менән шөғөлләнеү, битегеҙгә массаж эшләү, саф һауала йөрөү отошло булыр. Һәр көн иртән иртән 10-15 минут бүлеү ҙә файҙаһын һиҙҙерер.  Кис әсе, майлы ризыҡтарҙы күп ашауҙан тыйылып,йылы йәки әсегән һөт, ҡатыҡ эсеп ятыу файҙалы. Әгәр бит тиреһе ҡоро булһа, ябай һабын менән йыш ҡулланмағыҙ.   Һабынды кукуруз оно менән алыштырып була. Бер ҡалаҡ кукуруз онон йылы һыу менән болғап бутҡа хәленә килтерәһең. Алдан һалҡынса һыу менән йыуылған биткә 5-10 минутҡа һөртәһең. Кис таҙа биткә зәйтүн майы һөртөргә мөмкин. Артыҡ майҙы ҡағыҙ салфетка менән һаҡ ҡына һөртөп алаһың. Бит тиреһе майлы булғандарға бер стакан ҡайнаған һыуға лимон һутын һығып биш тамсы төшөрөп бит тиреһен мамыҡ дисктар менән һөртөп алырға мөмкин. Ябай ғына ысулдар менән дә үҙеңде ҡарап, тәрбиәләп була. Организмға  нимә килешкәнен, килешмәгәнен белеп, белгестәр менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас