Ғинуар һынамыштары.
Ғинуарҙың егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Ғинуарҙың егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.