Буҙа – башҡорт халҡының борондан килгән файҙалы эсемлеге. Еңелсә генә әскелтем тәме булған, күперекләнеп торған был эсемлек күптәрҙең өҫтәленән өҙөлмәй. Уның иң төп файҙаһы –витаминдар һәм ашҡаҙанға еңеллек биреүсе эсемлек булып булыуы. Һәр хужабикәнең был эсемлекте әҙерләүҙә үҙ сере бар. Кемгәлер шәкәрле буҙа, кемгәлер шәкәрһеҙ, тик әскелтем булыуы оҡшай. Һеҙгә Йәнтеш ауылында йәшәүсе Сәйҙә Исҡужинанан буҙа әҙерләү серен тәҡдим итәбеҙ. “Һаҡмар” санаторийынан эшенә һәр саҡ яуаплы ҡараған хеҙмәткәр булып,хөрмәт яулап хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Әхмәтйән Исҡужин менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, өлгөлө һәм мөхәббәтле ғаилә булыуҙары өсөн миҙалдар алып , хаҡлы ялда тормош көтәләр. “Бар эштә лә һаулыҡ кәрәк. Һаулыҡ дөрөҫ туҡланыуҙан башлана. Башҡорт халҡының элек-электән килгән файҙалы буҙаны ғаиләбеҙҙә барыбыҙ ҙа яратып эсәбеҙ. Буҙаны эшләп ултыртһаң, бик уңай, туҡлыҡлы, файҙалы .Биттәр шымарыуында, артыҡ калорийҙар алмаҫҡа ярҙам итә. Сөнки составында геркулес, ҡымыҙ бар. Буҙа эшләү өсөн әсеткене ҡалған буҙанан алһаң да ярай. Буҙаның өлгөрөү ваҡытын тәменә ҡарап белеп була. Буҙаны ике –өс тәүлек һыуытҡыста һаҡлағыҙ . 5 литр һыуҙы ҡайнатып , 700 гр геркулес һалабыҙ. Кеҫәл хәленә килгәнсе ҡайнатып, иләк аша һөҙәбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. 500 гр әсеткене һалабыҙ. Әсетке өсөн ҡымыҙ, кәзә ҡымыҙы файҙалы. Тәменә ҡарап шәкәр һалырға мөмкин. Бер тәүлек тирәһе ҡапҡасын ябып ултыртып алғас һауыттарға тултыраһың . Файҙалы буҙа әҙер. Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ тулы, сырайҙарығыҙ,күңелдәрегеҙ яҡты, илдәр тыныс булһын!”-тигән теләктәр юллай әлеге көндә лә тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Йәнтеш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе булған өлгөр Сәйҙә Исҡужина.
Зимфира Ҡасҡынова