

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Руслан Фаттахов һәм башҡа яугирҙар иҫтәлегенә 2017-2019 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар, 2012-2013 йылғы ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса турнир үтте. Унда 25 спортсы ҡатнашты. Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.