Балалар каникулда саҡта уларҙың гаджеттарын файҙалы итеп көйләп ҡуйыу өсөн уңайлы мәл. Ҡайһы саҡта тиҙ генә башҡорт телендә үҙеңә кәрәкле балалар йәнһүрәтен тиҙ генә табып булмай. Тәржемә итеү бик күп ваҡытты ала. Әгәр ошо проблемаларҙың береһе менән генә лә “осрашҡан” булһағыҙ, компьютер аша Chrome, Firefox киңәйтмәһен (расширение) ҡуйып йәнһүрәттәрҙе автоматик рәүештә тәржемә итеү мөмкинселеге биргән “УouTube хәҙер башҡортса һөйләй” тигән ҡулланманы асырға мөмкин. Бында күберәк балалар контентына иғтибар бүленгән. Сикләүҙәре лә бар. Геройҙар әлегә үҙҙәренең тауыштары менән һөйләмәй. Проект әлегә “бета” стадияһында ғына, һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарҙа түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ тип белдерәләр ойоштороусылар. (Проектҡа һылтанма : https://bashqort.online )