

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне. Был тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, туристарҙы йәлеп итеүгә лә бәйле.
Йыл аҙағында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында илдең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Сергей Лавровтың шәхси саҡырыуы буйынса осрашыуҙа Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны. Рәсәй властары фекеренсә, бөгөн республика фәнде, тәбиғәтте, мәҙәни мираҫты, туризмды уңышлы берләштерҙе лә бығаса булмаған һөҙөмтәләргә өлгәште.
– Республиканың ике геопаркы – “Торатау” менән “Янғантау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индерелде, ЮНЕСКО-ның инде өсөнсө кафедраһы асылды, Шүлгәнташ мәмерйәһе бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә инде, “Көгөш” (Усолка) һәм “Алыҫ Төлкәҫ” геологик киҫелештәре халыҡ-ара эталонға – “алтын ҡаҙаҡ”ҡа әйләнде, – тип асыҡлай эксперттар. – Был – Рәсәйҙә халыҡ-ара статусҡа эйә булған беренсе объекттар.
Ярайһы уңыш – Башҡортостан, 11-се урындан 9-сыға күтәрелеп, туристар өсөн иң ҡыҙыҡлы 10 Рәсәй төбәге исемлегенә инде. "Этнография, экология маршруттары, фәнни-популяр йүнәлеш яңы туристик бренд булдыра", – тип инана аналитиктар.
Былтыр республиканың мәҙәни өлкәһе лә юғары профессионаллек йәһәтенән танылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алты “Алтын битлек” премияһын яулауын йыл триумфы тип атарға була.
– Башҡортостан мәҙәни учреждениелар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй, ә 114 балалар сәнғәт мәктәбенә 50 меңдән ашыу уҡыусы йөрөй, – тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте. – 2021 йылдан алып илдә тәүгеләрҙән булып “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
2025 йылдың ноябрендә Өфөлә булғанда РФ мәҙәниәт министры Ольга Любимова, 2026 йылда Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһенә 470,7 миллион һум федераль аҡса ала, тип хәбәр итте. Эксперттар федераль ярҙамды республика етәксеһе Радий Хәбировтың һөйләшеү стратегияһы һөҙөмтәһе тип атай.
Уҙған йылда Өфөлә “Әр-Рәхим” мәсетен һәм Воскресенск соборын төҙөү тергеҙелде. Башҡортостандың идара командаһы был эшкә ҙур хәйриәселәрҙе йәлеп итеүгә өлгәште. Шулай уҡ 2027 йылға тиклем Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға һәм тирә-яғын күркәмләндереүгә әҙерлек эштәре башланды.
Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!