Раштыуа - мөһим христиан байрамдарының береһе. Кешеләр алты аҙна буйы итле, йомортҡалы, һөтлө аҙыҡтарҙан тыйылып тора. Раштыуа көнө килеп еткәс, өйҙә ит ризыҡтары еҫе сыға башлай. Байрам көндө йорттарҙа һәм урамдарҙа тауыш-ғауға, тәртипһеҙлеккә элек-электән юл ҡуйылмаған. 7 ғинуарға ҡаршы төн уртаһында сиркәүгә баралар. Байрам ғибәҙәтенән һуң бер-береһен байрам менән ҡотлағандар. Йорттарына ҡайтҡас байрам табынын ойошторғандар. Яҡын кешеңде Раштыуа байрамы менән ихлас ҡотлау –уға булған хөрмәтте күрһәтә. Йортҡа ингән балаларҙы йорт хужаһы тәмлекәстәр менән һыйлаған. Был байрамда насар хәбәр һөйләү насарлыҡ булып һаналған. Мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек менән ауырыуҙарға, мохтаждарға ярҙам, иғтибар күрһәтеү осоро байрамында күберәк үҙ ҡулдары менән эшләнелгән бүләктәр таратылған.
Раштыуа менән бәйле һынамыштар:
Был көндө урамда ныҡ һыуыҡ булһа –йәйҙең эҫе булыуы көтөлә.
Раштыуала аяҙ көн булһа- баҫыуҙарҙа уңыш уңыр.
Байрам бәлешенә тинлек аҡса йәшергәндәр, кемгә ошо тинлек менән бүленгән өлөш эләгә, шуны финанс яҡтан уңыштар, именлек көтә.
Шулай уҡ Раштыуаны йыл яҡшы тәъҫораттар алып килһен өсөн таҙа, йәки яңы кейем менән ҡаршылау хупланылған. Яңы йыл байрамдары менән килгән Раштыуа – изгелек, татыулыҡ таратыусы, яҡшылыҡҡа ышаныс биреүсе байрамдарҙың береһе. Һәр өйгә шатлыҡлы хәбәрҙәр тулып килһен, зәңгәр күк йөҙө тыныс булһын!