Бешкән иттәрҙән, өҫтәлдә ашалмай ултырған алманан пицца бешерергә мөмкин. Ҡамыр өсөн 150 гр-он, 1/8 йылы һөт, йомшартҡыс(разрыхлитель),тоҙ кәрәк. Әҙер ҡамыр өҫтөнә һалырға эслек : 250 гр тирәһе бешкән ит, ¼ өйҙә булған йәшел үләндәр, 1 баш һарымһаҡ, 2 бәләкәс һуған, 4 бөртөк алма, 3 помидор, 1 йомортҡа, 100 гр терканан ҡырылған сыр. Иң мөһиме ҡамырҙың йомшаҡ, матур килеп сығыуы. Ҡамыр яҡшы килеп сыҡһын өсөн уға ҡушылған бар продуктылар йорт температураһында булырға тейеш. Ойоған һөткә(йылы һөт булһа ла ярай) иретеп ике ҡалаҡ һары май ҡойоп, тоҙ, йомшартҡыс һалып ҡамыр итеп баҫам. Өҫтөнә һалырға эслек эшләйек: табала көнбағыш майында булған иттәрҙе ваҡ ҡына итеп турап уға һарымһаҡ, һуған һалып талғын ғына утта ҡыҙҙырып алып һыуытырға ҡуябыҙ. Ҡамырҙы кәрәкле формаға килтереп йәйеп алдан майлап әҙерләнгән табаға йәймәне һалабыҙ. Өҫтәнә соус һылайбыҙ, әҙер, һыуынған эслекте һалабыҙ. Алманың уртаһындағы орлоҡтарын алып ташлап, түңәрәкләп нәҙек итеп ҡырҡып, иң һуңғы ҡатламдарының береһе итеп һалаһың.Өғтөнә саҡ ҡына борос, тоҙ һибәһең. Ҡырылған сырҙы йомортҡаға бутап өҫтөнә ҡойоп мейескә ултыртаһың. Ҡамырының бешеү ваҡытын ҡарайһың. Пицца әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
(Пицца бешереү сере - Сәйҙә Исҡужинанан)