Яңылыҡтар
7 Ғинуар , 11:01

Инженерҙар һәм уҡыусылар өсөн курстар асылды

Курстар программаһына заманса конструктор инженерының төп күнекмәләре инә. Уҡытыу «Машиналар эшләү производствоһы инжинирингы буйынса белгес» һөнәри стандарты нигеҙендә төҙөлгән. Мәктәп уҡыусылары өсөн айырым йүнәлеш әҙерләнгән.

Инженерҙар һәм уҡыусылар өсөн курстар асылдыИнженерҙар һәм уҡыусылар өсөн курстар асылды
Инженерҙар һәм уҡыусылар өсөн курстар асылды

Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы майҙансығында эшләүсе Реверсив инжиниринг үҙәге машиналар эшләү продукцияһының реверсив инжинирингы буйынса белем биреү курстарын асты. Рәсәйҙә бындай компетенциялар әлегә һирәк, шул уҡ ваҡытта уларға ихтыяж юғары.

Курстар программаһына заманса конструктор инженерының төп күнекмәләре инә. Уҡытыу «Машиналар эшләү производствоһы инжинирингы буйынса белгес» һөнәри стандарты нигеҙендә төҙөлгән.

Уҡыусылар өсөн айырым йүнәлеш әҙерләнгән. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми мәктәбендә «Киләсәкте 3D баҫма менән булдыр» өҫтәмә дөйөм үҫтереү программаһы эшләй. Улар заманса автоматлаштырылған проектлау системаларында 3D-моделдәр әҙерләргә өйрәнә.

- Курс программаһы машиналар эшләү өлкәһендә алдынғы технологияларҙы үҙ эсенә ала. Уҡытыусыбыҙҙың производство тәжрибәһе ҙур, ә изделиеларҙың ҡаты моделен әҙерләү өлкәһендәге белемдәр был өлкәлә уңышҡа өлгәшергә теләгән һәр кемгә кәрәк буласаҡ. Курс ярҙамында мин “Газпром” компанияһына эшкә урынлаша алдым, был машиналар эшләүҙә карьера өсөн бик яҡшы башланғыс, - тип һөйләне Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Роман Воронин.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

       Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас