

Республикала йәшәүсе 2026 йылдың беренсе көнөндә яңы йыл тиражында 1 миллион һум отҡан.
Еңеүсе әлегә аҡсаны һорап мөрәжәғәт итмәгән. Был хаҡта Рәсәй Финанс министрлығы ойошторған бөтә Рәсәй дәүләт лотереялары брендының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Яңы йыл тиражы лотерея тарихында иң ҙур тираждарҙың береһе булып тора. Был көндө бөтә ил буйынса ҡатнашыусылар араһында 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса уйнатылған.
Аҡсаны алыу өсөн отош һөҙөмтәләре баҫылғандан һуң 7 ай эсендә документтарҙы идентификациялау һәм рәсмиләштереү өсөн лотереяның клиент офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: Ксения Калинина/Башинформ.