Башҡортостанда һауа шарттары насарая бара. Федераль трассаларҙың ҡайһы бер участкаларында хәрәкәт сикләүҙәре индерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
18:00 сәғәттән түбәндәге участкаларҙа автобустар, таксиҙар һәм йөк машиналары өсөн юл ябыла:
18: 45 сәғәттән сикләүҙәр М-5 Урал участкаһына 1364-1465 км, Р – 240 Өфө-Ырымбур, 27 километрҙан (Өфө районының Булгаков ауылы) 274 километрға тиклем (Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылы) ҡағылды.
Хәрәкәтте 5 ғинуарҙа 09:00 сәғәттә асыу планлаштырыла.
Буран ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә. Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, бөгөн М-12 трассаһының түләүле участкаһында Шәле – Баулы юлының 27-се километрында ҡот осҡос авария булған. Бер нисә машина бәрелеү һөҙөмтәһендә дүрт кеше һәләк булған, өс кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала. Был мәғлүмәт әлегә аныҡлана.
Юлдарға сыҡмағыҙ!
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!