Яңылыҡтар
5 Ғинуар , 13:34

Кеше алдаусылар яңы ысул тапҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтселәрҙең яңы схемаһы түбәндәгесә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтселәрҙең яңы схемаһы түбәндәгесә.

Мутлашыусылар мессенджерҙарҙа аҙыҡ-түлекте бергәләп һатып алыу буйынса төркөмдәр ойоштора. Был төркөмдәр тауарҙарҙы туранан-тура тәьмин итеүсенән арзан хаҡҡа һатып алыуҙы күҙ уңында тота.

Алдаусылар граждандарҙан аҡсаны тауар өсөн алдан түләү шартында күсереүҙәрен һорай һәм заказдың рәсмиләштерелгәнлегенә ышандыра. Әммә тауарҙы килтереү ваҡыты үткәндән һуң енәйәтселәр бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.

Һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
 
         Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас