Яңылыҡтар
3 Ғинуар , 06:37

Һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ - ярты быуат бергәләр

Бергәләп йәшәү серҙәрен улар тик үҙҙәре генә белә. Иң мөһиме –һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ.

Һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ- ярты быуат бергәләр

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2026 йылды Башҡорт ғаиләһе йылы тип иғлан итте. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдерҙе. Ошондай мәртәбәле йылды ҡаршылаған саҡта  бергә йәшәүҙәренә  50 йыл булған, алтын туйҙарын билдәләп, Йәнтеш ауылында йәшәүсе ғаиләләрҙе Яңы йыл кисәһе көнөндә  ауыл мәҙәниәте йортонда, халыҡ алдында  ҡотлап үттеләр. Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе тапшырҙылар. Ярты быуат бергә булған был мәртәбәле парҙар күптәр өсөн өлгө. Бергәләп йәшәү серҙәрен улар тик үҙҙәре генә белә. Иң мөһиме –һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән ,үҙенең  атай абруйы менән хөрмәт яулаған Насибулла Йәрмөхәмәт улын һәм билдәле шәхес, ауыл мәҙәниәте йортонда маҡтаулы хеҙмәткәр булып  хаҡлы ялға сыҡҡан, Йәнтеш “Ағинәйҙәр”е ойошмаһы етәксеһе, тапҡыр, йор һүҙле сәсәниә  Фәниә Сәлихйән ҡыҙының тормош юлдары үҙе  ҙур китап яҙырлыҡ. Насибулла һәм Фәниә  Арыҫлановтар дүрт балаға ғүмер биреп, тормош юлдарында дөрөҫ юл күрһәткән ысын башҡорт ғаиләһе.  Йәнтеш ауылы мәктәбендә өлгөлө  хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан оҫта ҡуллы Ғәтиәт Сибәғәт улын  һәм уның хәләл ефете Фәрзәнә Мөхәмәтғәле ҡыҙын  ябай, өлгөр хужабикә булыуын ауыл халҡы хөрмәт итә. Фәрзәнә һәм Ғәтиәт Исҡужиндар ике бала  үҫтереп, йорттар һалышып, әле хаҡлы ялдалар. Нуриман һәм Рәзифә Моталовтар ғаиләһе ихласлыҡтары менән айырылып тора. Нуриман Ниғәмәт улы “Ҡыҙыл байраҡ “ колхозында бригадир булып эшләп әле тормош иптәше Рәзифә менән балалар үҫтереп ,хеҙмәттә оло хөрмәт тип,барыһын оло тормош юлына оҙатып,  хаҡлы ялдалар. Ярты быуа ғүмерҙе иңгә-иң терәп үткәргән, алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарға һоҡланмауы мөмкин түгел.Барыһы ла өләсәй, ҡәртәсәй, ҡартатайҙар. Йорт нигеҙен йылытып йәшәүсе бар яҡтан өлгөлө,  бар тормош һынауҙарын, боролоштарын бергә үткән Фәниә һәм Насибулла Арыҫлановтар, Фәрзәнә һәм Ғәтиәт Исҡужиндар, Рәзифә һәм Нуриман Моталовтар ғаиләһенә Яңы йылдың тик шатлыҡлы хәбәрҙәр алып килеүен, артабан да мөхәббәтле, парлы булып, ейән –ейәнсәрҙәр кыуаныстарын күреп оҙон-оҙаҡ имен-һау йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Зимфира Ҡасҡынова

 

Һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ - ярты быуат бергәләр
Һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡ - ярты быуат бергәләр
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас