Яңылыҡтар
3 Ғинуар , 04:05

Тауға барайыҡ, сана шыуайыҡ!

Кемдең ниндәй санаһы бар –шуны менән выжлап шыуып  төшөп китәһең! Ҡайһы саҡ тәкмәсләп китеп йығылып ятып ҡалаһың. Битеңә ҡар һибелә –шау ҡар булаһың. Әммә шуныһы ғәжәп-бер еребеҙ ҙә ауыртмай ине. Иң мөһиме өшөтмәй ҙә ине. Бейәләйҙәр ҡатып бөтә, ҡар йәбешә. Әммә өшөмәй инек.

Тауға сығайыҡ, сана шыуайыҡ!

3 ғинуар сана шыуыу көнө икән. Үҙем бала саҡтағы гөрләп сана шыуған ваҡытты иҫләйем. Эй, күңелле ине шул саҡтар! Кемдең ниндәй санаһы бар –шуны менән выжлап шыуып  төшөп китәһең! Ҡайһы саҡ тәкмәсләп китеп йығылып ятып ҡалаһың. Битеңә ҡар һибелә –шау ҡар булаһың. Әммә шуныһы ғәжәп-бер еребеҙ ҙә ауыртмай ине. Иң мөһиме өшөтмәй ҙә ине. Бейәләйҙәр ҡатып бөтә, ҡар йәбешә. Әммә өшөмәй инек. Тағы ғәжәп. Ғәлимйән ҡартатайҙың быйманың табанының инде нисәнселер ҡат тишелгән ерен ямап биргән быймаһын кейеп алып урамға йүгерәбеҙ. Аяҡ өшөмәгәс, һыуыҡ та алмағандыр инде. Шәл урап, йылы бәйләнгән муйынлы свитер,  кәпәстәр, салбарҙар кейеп Ҡабаҡ тауы башын гөр итә инек. Санаң епкә бәйләнгән булһын, тау түбәненән кире һөйрәп менеүе уңай. Уның араһында ғаиләңдә иң өлкәне һин булғас, һиңә эйәртеп сығарып ебәргән бәләкәс туғандарыңды ла кире  тау үренә мендерер кәрәк бит әле. Арыу тойғоһо юҡ. “Тауға кем беренсе менеп етә?”-тип шул арала береһе ҡысҡырып ебәрһә, тау үренә һәләтләп йүгереп кенә менеп китәһең. Аҙаҡҡараҡ яйлап ҡала башлаһаң: “Кем аҙаҡ- шул ҡаҙаҡ!”-тиеп икенсе иптәшең яңғыратып ҡысҡырып ебәрһә, тағы нығыраҡ тау үренә сана һөйрәп, кесе туғандарыңа ла ярҙам итеп алға ынтылаһың. Ҡаҙаҡ булып аҙаҡҡа ҡалыу ҡурҡыуы тойғоһонан  бигерәк, иң арттан һөйрәлеп килһәң, иптәштәрең һин килгәнсе саналарҙан вагондар эшләп,поезд булып выжлап яныңдан үтеп тә китәсәктәр икәнен алдан белеү һине алға тағыла нығыраҡ шәберәк үрләргә мәжбүр итә. Бына шундай ябай ғына уйындар бына нисек беҙҙе  сыныҡтырған тип хәҙер уйлайһың. Организм саф һауа менән тулыланған,  ҡул, аяҡ мускулдары нығынған, артыҡ калорий булмаған.  Генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән урамдың малайҙары, саҡ ҡына егеттәр ҡорона ултыра башлағас та ябай саналарҙан еңел ҡышҡы ат саналарына күсеп, кис тәртәләрен алып ташлап,  хужаларына әйтмәй генә һөйрәп сығарып шыуған ваҡыттары ла буласаҡ әле. Барыһы ла бушлай, үҙеңә үҙең ойошторған ял төрө. Ҡышҡы ял. Саф һауала көс алыу. Әлеге заманда балалар ауылға ялға ҡайтҡан саҡтарында беҙең һымаҡ дүртмөйөшлө тимер саналар менән шыумайҙар, ә уңайлы тюбингтар, башҡа төр шыуғыстары менән выжлап шыуып төшөп китәләр. Беҙҙең элекке шаулап шыуған тауҙан инде оло киң  асфальт юл һалынған, машиналар күп үтә. Әммә балаларға ҡырҙараҡ шыуырға уңайлы урындар етерлек. Балалар тауышынан гөрләп торған был сана шыуыу күренешен күреү минең өсөн –ҡыуаныс. Тимәк тормош дауам итә. Балалар сынығып үҫһен. Күк йөҙө, донъялар тыныс булһын.

Зимфира Ҡасҡынова

Тауға барайыҡ, сана шыуайыҡ!
Тауға барайыҡ, сана шыуайыҡ!
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас