Ароматерапияны кешенең эмоциональ һәм психоэмоциональ торошона тәъҫир итә, кәйефен яҡшырта, стресты алып ташларға булышлыҡ итә, эшкә һәләтлелекте арттыра тип белдерә психологтар. Эфир майҙары молекулалары тын алыу юлдары аша еҫ һиҙеү рецепторҙарына эләгеп, сигналдарҙы лимбик системаға тапшыра,эмоциялар, хәтирәләр, нейромедиаторҙар бүлеп сығарыу мөмкинлеген тыуҙыра. Нервы системаһын стимуллаштыра,кәйефте күтәрә, ыңғай тойғолар уята, йә иһә тынысландыра. Ароматерапия психологик мәсъәләләрҙе бөтөрөүҙең төп сараһы уҡ булып тормаһа ла, ярҙам итеүсе ҡеүәтле инструмент.
Цитрус еҫтәре(лимон, әфлисун) кәйефте күтәрә.
Мандарин еҫе ижади фекерләүҙе, ижади эштәрҙе күтәрә.
Лаванда, ромашка, шоколад еҫе киреһенсә кешене тынысландыра.
Хәүеф тойғоһо баҫҡанда лаванда (ала миләүшә), аҡ сәскә, бергамот,һандал килешә. Мәтрүшкә еҫе нервы көсөргәнешен кәметә.
Яран(герань),йәсмин, кедр, иланг-иланг-нервы ҡуҙғыуын баҫа.
Кейәү үләне(тимьян) ҡурҡыу тойғоһон баҫа.
Йоҡоң тыныс булһын өсөн лаванда, мелисса әҙерлә.
Лайм аҡыл һәм хис тойғолар араһында баланс булдыра.
Энергияны, хәлде арттырыу өсөн цитрус майҙары, розмарин ҡулланырға мөмкин.
Мускулдар ауыртыуын бөтөрөү өсөн эвкалипт, бөтнөк ҡулланалар.
Һалҡын тейгәндә тәүге ярҙам булып эвкалипт, пихта(аҡ шыршы) тора.
Нисек дөрөҫ итеп файҙаланырға?
Диффузорҙар менән һауа аша тапшыраһың. Массаж ваҡытында төп майға өҫтәп ҡушып ебәреп була. Өй шарттарында мамыҡ дисктарға бер-нисә тамсы тамыҙып карауат янына, йорт мөйөштәренә һалырға була. Тәбиғи һәм сифатлы майҙарҙы файҙаланығыҙ. Аллергиялы кешеләргә, эпилепсия һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һатып алғанда күрһәтмәләрен иғтибар менән уҡып,һәр саҡ белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.