Яңылыҡтар
3 Ғинуар , 04:55

Ғаилә менән уйындар

Ихлас бирелеп уйнап, шулай башҡа ғаилә ағзаларын да шул ихласлыҡ менән йәлеп итә алырһығыҙ. Уйын йәш айырмаларын юҡ итә. Уйын барышында бер иш, бер рәттә, бер тәртиптә уйнаған иптәшкә әйләнәһең.

 

Яңы йыл байрамдары ғаилә менән бергә булыу, бергә файҙалы ваҡыт үткәреү мөмкинлеге менән файҙалы. Кемдәрҙер ҡайҙалыр сәйәхәт итеү мөмкинлеген һайлай. Күп балалар өләсәй-ҡартатай янына ҡайта. Тәбиғәттә,  саф һауала саңғыла, конькила йөрөү  менән дә ҡышҡы каникулдар матур. Ә кистәрен, ғаилә менән күмәкләп бергә йыйылған саҡта “Үгеҙ йөҙөк”,” Биш ашыҡ”, “Буяу” кеүек уйындарҙы уйнау барыһына оҡшар.  Өйҙә балалар өсөн сағыу  төрлө Башҡортостандағы ҡалалар, ауылдар схемаһы плакаттарын алып, шулар буйлап буйлап һандар яҙылған кубикты ташлап сәйәхәт итеп булырлыҡ өҫтәлдә ҡуйып уйнарлыҡ уйындар алып ҡуйырға мөмкин. Һүрәт төшөрөргә яратҡан кескәйҙәргә башҡорт орнаменттары менән мозаикалар етерлек. Йорт эсендә хәүефһеҙ уйнарлыҡ урын булһа “Күҙ бәйләш” уйынын тәҡдим итегеҙ. Йыр –моң яратҡандарға, музыка ҡоралдарында уйнай белгәндәргә бер көйҙө башлап ебәреп икенсеһе дауам итә алыу конкурсын ойоштороу күптәргә оҡшар.  Был уйындар бер- берең менән яҡындан  аралашыуға ярҙам итер. Оҙон ҡышҡы кистәрҙең береһе онотмаҫлыҡ  булып иҫтәренә ҡалыр. Әлбиттә , хәҙерге ваҡытта төрлө үҫтереүсе уйындар күп. Ниндәйе генә юҡ! Балаға ысынтылап оҡшаған  уйын төрҙәрен уның үҙенән һорағыҙ. Йә иһә үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ ҙа шуны менән ихлас бирелеп уйнап, шулай башҡа ғаилә ағзаларын да шул ихласлыҡ менән йәлеп итә алырһығыҙ. Уйын йәш айырмаларын юҡ итә. Уйын барышында бер иш, бер рәттә, бер тәртиптә уйнаған иптәшкә әйләнәһең.  Йорт эсендә бер ниндәй ҙә уйын булмаһа үҙең кескәйҙәргә төрлө предметтар теҙеп һалып, күҙен бер-ике секундҡа ябырға ҡушып , бер предметты алаһың һәм баланан ниндәй әйберҙең был рәттән алыныуын һорайһың. Был уйынды оҙаҡ уйнап булмай, әммә баланың иғтибарлылығын үҫтереүгә бик яҡшы уйын. 1-4 класс уҡыусыларына “Мин кем?” тигән уйын оҡшай. Маңлайына ҡуйылған, ҡағыҙға яҙылған һүҙҙе ҡатнашыусы шул һүҙҙе күреүселәрҙең һорауҙары менән белергә тейеш. 5-8  класс уҡыусыларына  “Эрудит “ тигән өҫтәл уйындарын яҡын итә. 9-11 класс балаларына «Имаджинариум» өҫтәл уйынын тәҡдим итәләр. Бында үҙҙәренә эләккән һүрәттәрҙе ымлап, һүҙһеҙ күрһәтәләр. Был беҙ бала саҡтан уйнап үҫкән “Крокодил” уйынына оҡшаған. Шахмат, шашка ,пластилиндар алып ҡуйығыҙ. Пластилиндар һәр бер ғаилә ағзаһына берәй геройҙы, йәнлекте билдәле ваҡытҡа эшләргә ҡушып , күргәҙмә ойошторорға була. Берәй ҡыҫҡа ғына халыҡ әкиәтен  уҡып “Кем яҡшы һөйләй?” конкурсын үткәрегеҙ, йә иһә сәхнәләштереүҙәрен һорағыҙ. Ҡыҙыҡлы йомаҡтар күп. Бер-ике йомаҡты бала шул рәүештә иҫендә ҡалдыра.  Ҡышҡы ялдарығыҙ  файҙалы һәм күңелле үтһен!

Зимфира Ҡасҡынова

Ғаилә менән уйындар
Ғаилә менән уйындар
Ғаилә менән уйындар
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас