

Спорт ярыштарында Манзуровтар, Әбсәләмовтар һәм Исҡужиндарҙың ғаилә командалары үҙҙәренең етеҙлектәрен, зирәклеген һәм берҙәмлеген күрһәтте.
Ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ярышта Манзуровтар ғаиләһе иң күп мәрәй йыйҙы. Улар муниципаль этапта мәктәп данын яҡлаясаҡ. Ҡатнашыусыларға грамоталар һәм тәмле күстәнәстәр тапшырылды. Манзуровтар ғаиләһенә уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!