Яңылыҡтар
1 Ғинуар , 10:02

Иғтибар: йәнә аномаль һауа торошо

Ғинуар һәм февраль айҙарында Башҡортостан халҡын нимә көтә?

Башҡортостанда ғинуар башында уҡ һыуыҡтарҙы ҡапыл йылы көндәр алмаштырасаҡ. Алдағы ике айға фараз менән “Фобос” үҙәге синоптиктары таныштырҙы.

Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 ғинуарҙа төндә һәм көндөҙ термометр бағанаһы -20 градустан түбән төшәсәк. 5 ғинуарҙа көндөҙ һауа -1 градусҡаса йылына, ә 5 ғинуарҙан 6-һына ҡарай төндә температура +2 градусҡаса булыуы көтөлә. 7 һәм 9 ғинуарҙа көндөҙ 0 һәм -1 градус, ә 8 ғинуарҙа -16 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана.

Һауа температураһы ғинуарҙың икенсе яртыһында ла тирбәлеп торасаҡ. Ай уртаһында йәнә киҫкен йылытакөндөҙ һауа 0 градусҡаса етә. 18 ғинуарҙан көндөҙ -10 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә.

23-28 ғинуарҙа көндөҙ -4, -6 градус, төндә -6-10 градус була. 30 ғинуарҙан термометр бағанаһы көндөҙ -15 градустан түбән төшәсәк, төндә -25-30 градус булыуы көтөлә.

Февраль башында көндөҙ -4 градусҡаса йылыта, беренсе декада аҙағына -15-тән -20 градусҡа тиклем, ә төндә -30 градусҡа ҡәҙәр. Ай уртаһында сираттағы йылы тулҡын килә: көндөҙ -1, -2 градус, төндә -5-10 градус булыуы фаразлана. Икенсе яртыһында һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе һәм көтөлмәгән йылыныу менән температура тирбәлеүе көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас