Яңылыҡтар
26 Декабрь 2025, 16:08

Вуз-ара кампуста студент-архитекторҙарҙы бүләкләнеләр

Улар Өфө скверын уңайлаштырыу проектын эшләгән

Башҡортостандың Төҙөлөш Һәм архитектура министрлығы һәм Өфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы иғлан иткән Өфө дәүләт нефть техник университетының (ӨДНТУ) Архитектура-төҙөлөш институты алдындағы Төҙөүселәр скверын төҙөкләндереү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурста Вуз-ара кампус резиденты, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары-архитекторҙары ҡатнашты.

 - Конкурсҡа 30-ға яҡын ҡыҙыҡлы концепция тәҡдим ителде, министрлыҡ вәкилдәре һәм йәлеп ителгән эксперттар иғтибарға лайыҡ алты эште һайлап алды. Ҡала дизайны үҙәге был эштәрҙе берләштерәсәк, тейешле ҡарар сығарасаҡ, - тип һөйләне бүләкләү тантанаһында Өфө ҡалаһының баш архитекторы Руслан Хәйруллин.

Конкурста ӨДНТУ-ның Архитектура-төҙөлөш институты студенттары Дарья Короткина, Анна Пилецкая, Мария Лебедева, Зарина Петрова, Әлфирә Минғафарова, Анна Асабина еңеүсе булды. Концепцияны эшләүҙә төп талаптар - ағастарҙы һәм ҡуйыласаҡ һәйкәл өсөн таш-нигеҙҙе һаҡлау, инженер селтәрҙәренең урынлашыуын, бинаға төп инеү урыны, туҡталыштар, Ботаника баҡсаһы һәм Урмансылар паркы менән йәйәүлеләр бәйләнешен иҫәпкә алыу. Студенттарҙың тәҡдимдәре күп төрлө булыуы менән айырыла: улар йәшелләндереүгә, бәләкәй архитектура формаларына һәм функциональ һыу һибеүгә, стандарт булмаған материалдар һайлауға, геометрия, яҡтыртыу һәм планлаштырыуға бик талапсан ҡараған.

Бөгөн институттың уҡыу корпустарының ян-яғы йәмәғәт туҡталҡаһына әүерелгән, майҙандың күп өлөшө файҙаланылмай. 2024 йылдың авгусында бында Башҡортостандың төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренә арналасаҡ “Башҡортостан Архитекторы һәм Төҙөүсеһе” һәйкәле нигеҙенә таш һалына. Сара Өфөнөң 450 йыллығына, Башҡортостан Төҙөлөш министрлығының 80 йыллығына һәм ӨДНТУ-ның Архитектура-төҙөлөш институтының 55 йыллығына арналды. Шул уҡ ваҡытта был урында Төҙөүселәр скверы булдырырға ҡарар ителә, ул студенттарҙың һәм ҡала халҡының уңайлы ял итеү урыны булыр.

БЕЛЕШМӘ:

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

https://campusufa.ru/news/1641

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

       Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас