Яңылыҡтар
26 Декабрь 2025, 09:16

Геройҙар даны мәңгелек

Яуҙа һәләк булған яугирҙар ғаиләләренә ордендар тапшырылды

Геройҙар даны мәңгелекГеройҙар даны мәңгелек
Геройҙар даны мәңгелек

Бөгөн Йәштәр йортонда махсус хәрби операция барышында илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап батырҙарса һәләк булған геройҙарҙың  яҡындарына дәүләт наградалары тапшырылды.

Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы  өсөн яҡташ яугирҙар Рамаҙан Иманғолов, Ирек Илбактин, Артур Балапанов, Рим Далхин, Дмитрий Борисов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына, Ришат Муллағәлиев 2 дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған.

Тыуған ил өсөн башын һалған геройҙарға мәңгелек дан! Яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары алдында баш эйәбеҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас