Рәсәйҙә Яңы йыл ҡасандыр 1сентябрь көнө билдәләнгән. Артабан 1700 йыл алдынан Петр I ҡарары менән йорттарҙы шыршы, ҡарағай ботаҡтары менән биҙәй башлайҙар. Яңы йыл байрамы алдынан шыршыны биҙәү 1920 йылдарҙан һуң бер аҙ туҡтап та тора. Хәҙерге ваҡытта иһә ҡала, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа ҡупшы шыршыларҙы күреү -үҙе бер йәм. Матурлыҡтары менән күҙ яуын алып торған шыршылар ял итеү урыны, ә килгән туристар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыу үҙәге булып тора. Әгәр ҙә турист булып Төркиәгә барһаҡ, унда улар яңы йыл шыршыһын “Йилбаши Ағаджи” тип атайҙар. Эстонияла яңы йыл шыршыларын байрамдарҙан һуң ташламайҙар, ә тағы бер сара-“Байрам шыршыларын яғыу” көнөн үткәрәләр. Тимәк, сүп-сар булып бер шыршы ла урамда ятмаясаҡ. Яңы йыл байрамына кемдер яһалма шыршыны, ҡайһылары тере шыршыны хуп күрә. Тере шыршы үҙенең хуш еҫе менән байрам кәйефен бирә, һауаны таҙарта. Әммә тере шыршыға тәрбиә кәрәк, һыу менән тәьмин итеп торһаң –оҙаҡҡа етер. Аҡ шыршының (пихта) энәләре йомшаҡ,ә шыршының энәләре оҙонораҡ һәм ҡатыраҡ була. Һатып алған саҡта ботаҡтағы был энәләр йәшел һәм йомшаҡ ҡына булып, тотоп ҡарағанда ҡойолоп тормаҫҡа тейеш. Йәнә ботаҡтарын бөгөп ҡарағанда улар сурт һынмай, һығылмалы булһа һин яҡшы ағасты тап иткәнһең тип һанала. Байрамдарҙан һуң уларҙы сүп-сар итеп ташламай, ваҡлап бысып һалып ҡуйып, аҙаҡ йорт тирәһендә, баҡсала ҡулланырға мөмкин. Яһалма шыршыларҙы һайлап һатып алғандарға байрамдарҙан һуң ентекләп, һаҡ ҡына тағатып, ҡумталарға йыйып һалып ҡояш төшмәгән, дым булмаған урындарҙа һаҡлар кәрәк. Был осраҡта улар һеҙгә күп йылдар хеҙмәт итер. Ҡайһы берәүҙәр үҙ ҡулдары менән төрлө материалдарҙан шыршылар эшләп өйҙәрендә йәмле мөйөштәр ойошторалар. Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Барыһына ла тормоштоң бар ығы-зығыларынан арынып, киләһе йылды тик яҡшы уйҙар менән ҡаршы алыуын теләйем.
Зимфира Ҡасҡынова.