Яңылыҡтар
24 Декабрь 2025, 09:10

Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. 

Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы

Конституция – төбәккә үҫешергә мөмкинлек биргән республика ҡануниәтенең нигеҙе, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

«Ҡиммәттәребеҙгә таянып, алға барырға. Башҡортостан быуаттар буйына бөйөк Рәсәйҙең мөһим өлөшө булып тора, һәм беҙҙең Конституция ошо берҙәмлекте нығыта.

Һәммәһен дә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым», – тип ҡотланы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-24/radiy-habirov-pozdravil-s-dnem-konstitutsii-bashkirii-4519488

Автор: Ләйсән Закирова

Автор:
Читайте нас