Яңы йыл байрамы менән бәйле, медицина ойошмалары 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем түбәндәге эш графигы буйынса эшләйәсәк.
Амбулатор-поликлиника звеноһы 2025 йылдың 31 декабрендә саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам менән 16 сәғәткә тиклем) эшләйәсәк;
2026 йылдың 1 ғинуары – ял көнө;
2026 йылдың 2, 3 ғинуарында – саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам менән 16.00 сәғәткә тиклем);
2026 йылдың 4 ғинуары – ял көнө;
2026 йылдың 5, 6 ғинуарында – саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам менән 16.00 сәғәткә тиклем);
2026 йылдың 7 ғинуары – ял көнө;
2026 йылдың 8, 9, 10 ғинуарында – саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (кисектергеһеҙ ярҙам менән 16.00 сәғәткә тиклем);
2026 йылдың 11 ғинуары – ял көнө.
Киҙеү, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр һәм яңы коронавирус инфекцияһы билдәләре булған пациенттарҙы ҡабул итеү 2025 йылдың 31 декабрендә һәм 2026 йылдың 2, 3, 5, 6, 8, 9, 10 ғинуарында 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем фильтр-бокстарҙа башҡарыла.
Иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре, диспансерлаштырыу 2026 йылдың 2, 3, 5, 6, 8, 9, 10 ғинуарында үткәреләсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 2025 йылдың 31 декабрендә һәм 2026 йылдың 2, 3, 5, 6, 8, 9, 10 ғинуарында эшләйәсәк.
Неонаталь һәм киңәтелгән неонаталь скрининг үткәреү өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалы көн һайын 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41. Неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг 2026 йылдың 2, 4, 6, 8, 10 ғинуарында үткәреләсәк.
Табип рецептары менән бирелеүсе дарыу средстволары, махсус дауалау туҡланыуы продукттары һәм медицина изделиелары, шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыусы препараттарҙы биреү “Башфармация” дәүләт предприятиеһы дарыуханаларының эш графигына ярашлы башҡарыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.