Яңылыҡтар
22 Декабрь 2025, 11:51

Радий Хәбиров республика журналистар премияһының әһәмиәте хаҡында әйтте

Дүшәмбе республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Башлығының «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһының әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров республика журналистар премияһының әһәмиәте хаҡында әйттеРадий Хәбиров республика журналистар премияһының әһәмиәте хаҡында әйтте
Радий Хәбиров республика журналистар премияһының әһәмиәте хаҡында әйтте

— Был төп конкурс була тип һөйләштек, һәр хәлдә, уны абруйлы итергә ынтылабыҙ, — тип билдәләне республик етәксеһе. — Йыл һайын иң талантлы, иң яуаплы журналистарҙы бүләкләйбеҙ. Йылъяҙма алып барырға һәм журналистарҙың ошондай ҡатмарлы төрлө бурыстарҙы үтәүе тураһында һөйләргә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе республика конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы 16 декабрҙә үтте. Улар иҫәбендә  — «Башинформ»дың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һәм агентлыҡ журналистары.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-22/radiy-habirov-vyskazalsya-o-znachenii-zhurnalistskoy-premii-glavy-rb-4516902

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас