

Программа эшләй һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, тип билдәләне дәүләт башлығы.
«Ир-егеттәрҙең потенциалы бик яҡшы. Әлбиттә, баштан уҡ шик бар ине: яуҙа йөрөү – бер, ә коллективтар, тотош тармаҡтар, ҙур компаниялар йәки хатта төбәктәр менән етәкселек итеү бөтөнләй икенсе эш. Быға ынтылыш кәрәк. Белеме, тәжрибәһе булғандарға дәүләт ошондай мөмкинлектәр биреү өсөн барыһын да эшләргә тейеш», — тине Владимир Путин.
Президент төбәк етәкселәренә «Геройҙар ваҡыты» программаһын таратҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдән республикала «Геройҙар ваҡыты»ның дауамы булған «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башланы. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн мөһим кадрҙар проектының башланыуы тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.