Яңылыҡтар
20 Декабрь 2025, 06:36

Путин «Башинформ» журналисының Башҡортостан проекттары тураһында һорауына яуап

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова Рәсәй президенты Владимир Путинға Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Ул Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.

Путин «Башинформ» журналисының Башҡортостан проекттары тураһында һорауына яуапПутин «Башинформ» журналисының Башҡортостан проекттары тураһында һорауына яуап
Путин «Башинформ» журналисының Башҡортостан проекттары тураһында һорауына яуап

«Хәҙер Тажикстанда Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы булдырыла. Рәсәй яғынан был проекттың операторы булып Башҡортостан сығыш яһай. Минең һорауым шундай: тағы ла ниндәй дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙә бындай майҙансыҡтар булдырылыуы ихтимал? Башҡортостанымдың тәжрибәһе ҡайҙа ҡулланылыуы мөмкин?» — тип һораны Ләйсән Закирова.

Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын билдәләне.

«Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа, Нил зонаһында ошондай структура менән шөғөлләнәбеҙ. Унда бик яҡшы майҙансыҡ бар. Беҙҙең хөкүмәт, сәнәғәт министрлығы һәм Мысырҙағы коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ быға ҙур иғтибар бүлә. Был, минеңсә, Рәсәй өсөн дә, Мысыр өсөн дә етди иҡтисади һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Беҙ башҡа бер нисә партнер-дәүләттәрҙә ошондай проекттарҙы ҡарайбыҙ. Һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, Тажикстанда технологик парк булдырыу буйынса проекттың ниндәй хәлдә икәнен белмәйем, ләкин үҫешкән технологик базаһы, сәнәғәт базаһы булған Башҡортостан алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер тип ышанам. Кәрәк икән, федераль хөкүмәттән һеҙгә ярҙам күрһәтеүен һорайым», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы тура бәйләнеш барышында. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-19/vladimir-putin-zayavil-chto-bashkiriya-dobietsya-vseh-tseley-kotorye-stavit-4515178

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас