

Әбүбәкер ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Нуриман Билаловтар быйыл алтын туйҙарын билдәләгән. Уларҙың мөхәббәтле йөҙҙәренә, йылы ҡараштарына күҙ һалып, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән, бәхетле, оҙайлы ғүмер кисергән ғаиләгә ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел. Билаловтар икеһе лә хеҙмәттәрендә абруй ҡаҙанған, ауылдың ихтирамлы һәм хөрмәтле кешеләре.
Осраҡлы танышыу
Нуриман Фәтхулла улы Әбүбәкер ауылы егете булһа, Гүзәл Ғүмерҙаҡ ҡыҙы йәмле Әҙел ауылында тыуған. Ғүмерҙаҡ һәм Вәсилә Сынбулатовтар ғаиләһе 1967 йылда Әбүбәкер ауылына килеп төпләнәләр. Гүзәл Әҙел ауылында башланғыс класты тамамлағас, артабан Өфөләге 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге гимназия) уҡый. 1971 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Ошоға бәйле, бер ауылда йәшәһәләр ҙә егет менән ҡыҙ бер-береһен бөтөнләй белмәй. Байрам ваҡытында ауыл клубына барғанда «Нуриман әрменән ҡайтҡан», тигән һүҙҙе ишетеп, Гүзәл һалдат кейемендәге егетте тәүге тапҡыр күрә, әммә улар бер-береһенә иғтибар бирмәйҙәр.
Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 50-се һанында уҡығыҙ.