

Барлыҡ тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған, ил ни күрһә, шуны күргән, замандың үҙгәреп ҡороу ваҡиғаларының шаһиты булған оло быуын кешеләре әле лә бирешмәй. Мәҡәләм Аҡъяр ауылында бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы булып, 60 йыл бергә ғүмер юлы үткән Урал һәм Хәсәнә Илембәтовтар хаҡында.
Бер күреүҙән ғашиҡ булалар
Мөләйем йөҙлө, йәшлек сырайын юғалтмаған, һөйкөмлө, тура кәүҙәле Хәсәнә Шәйхетдин ҡыҙына ҡарайым да, уға бер күреүҙән ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер тип уйлап ҡуяһың. Был ысынлап та шулай.
Ғаилә башлығы Урал Илембәтов 1940 йылда Хәйбулла районының Күсей (Сәлихйән) ауылында Нотфулла һәм Мәғәфүрә Илембәтовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Оло Әбеш урта мәктәбен тамамлағас, тиҫтерҙәре менән бергә «Һаҡмар» колхозында өс йыл бесән йыйыу, ташыу, урыу һымаҡ төрлө эштәрҙә хеҙмәт юлын башлай. Белемгә битараф булмаған егет ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай һәм 1964 йылда Әбеш урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Был ваҡытта Хәсәнә Шәйхетдин ҡыҙы 10-сы класта уҡып йөрөгән була. Үрҙә әйтеп китеүемсә, йәштәр бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була. Улар бер кемдең дә һүҙенә ҡарамай, мөхәббәттәренә тап төшөрмәй өйләнешә. Хәсәнә Теләүғоловаға ул ваҡытта 17 йәш булғас, йәш ғаиләнең никахтарын бер йылдан һуң ғына, ҡыҙға 18 йәш тулғас законлы теркәйҙәр.
Үрнәк ауылында Разия һәм Шәйхетдин Теләүғоловтарҙың ғаиләһендә 1947 йылда Хәсәнә исемле ҡыҙ тыуа. Әсәһе Разия Хәбибрахман ҡыҙы заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған. Өфөлә педагогия техникумын тамамлап, Үрнәк, Бәләкәй Арыҫланғол, Әбеш мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр
Хәсәнә Теләүғолованың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үтә. Әбеш урта мәктәбен тамамлағас, колхоз эшенә егелә.
Урал Нотфулла улын Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 5 йыл директор йөгөн тартҡандан һуң, кире Әбеш урта мәктәбенә эшкә ҡайта. 1973 йылда Илембәтовтар ғаиләһе Аҡъяр ауылына килеп төпләнә һәм ғаилә башлығы райондың «Хеҙмәт байрағы» гәзитенә хәбәрсе булып эшкә урынлаша.
Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 49-сы һанында уҡығыҙ.