Яңылыҡтар
18 Декабрь 2025, 11:31

Республикала ишле ғаиләләр 2026 йылда ер урынына аҡса алырға хоҡуҡлы

-

Республикала ишле ғаиләләр 2026 йылда ер урынына аҡса алырға хоҡуҡлыРеспубликала ишле ғаиләләр 2026 йылда ер урынына аҡса алырға хоҡуҡлы
Республикала ишле ғаиләләр 2026 йылда ер урынына аҡса алырға хоҡуҡлы

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандар 2026 йылда ер участкалары өсөн аҡсалата компенсация алырға мөмкин. Тейешле ҡарарға 12 декабрҙә республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, 2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр бер тапҡыр һәм бушлай шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелә йәки аҡсалата компенсация түләнә. 

Бының өсөн граждандарға муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөлә йәшәгән ғаиләләр шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/v-bashkirii-mnogodetnye-semi-poluchat-kompensatsiyu-za-uchastok-v-2026-godu-4511906

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Автор:
Читайте нас