Яңылыҡтар
18 Декабрь 2025, 11:52

Етәксе пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған

30 йәшлек ирҙең хәле кинәт насарланған: аңын юғалтҡан, ағарынған, ҡорошҡаҡ тота башлаған. Стюардессалар нашатыр спирты һәм кислород битлеге менән ярҙам итергә тырыша, әммә һөҙөмтә юҡ...

Етәксе пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарғанЕтәксе пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған
Етәксе пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған

“Толпар” шифаханаһының  баш табибы Артур Ғәлиуллин Мәскәү– Өфө рейсында осҡан пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған.

 30 йәшлек ирҙең хәле кинәт насарланған: аңын юғалтҡан, ағарынған, ҡорошҡаҡ тота башлаған. Стюардессалар нашатыр спирты һәм кислород битлеге менән ярҙам итергә тырышҡан, әммә һөҙөмтә булмаған. Пассажир күгәренә башлағас, улар ярҙам һорап пассажирҙарға мөрәжәғәт иткән. Артур Риф улы егеткә шунда уҡ ярҙам күрһәтергә ашыҡҡан. Пассажирҙың башы әйләнгән, ауырлыҡ менән һөйләшкән, пульсы һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булған – минутына ни бары 48 удар. Ә ҡан баҫымы үтә түбән –60/40 мм.

Табип стюардессаларҙың аптечкаһын һорап ала һәм медицина ярҙамы күрһәтә, ун минуттан һуң йәш кешенең хәле тотороҡлана, ҡан баҫымы күтәрелә, пульсы минутына  86-ға етә. Артур Риф улы ергә аяҡ баҫҡанға ҡәҙәр пациенттың хәлен күҙәтә. Ерҙә уларҙы ашығыс ярҙам бригадаһы ҡаршы ала. Сәфәр уңышлы тамамлана.

 Социаль селтәрҙә күптәр ваҡиғаның уңышлы тамамланыуына һөйөнөп, бортта грамоталы табиптың тап булыуына һәм ярҙам күрһәтеүенә  рәхмәт белдергән.

Хеҙмәттәштәре етәкселәре менән ғорурланып, “ бортта Артур Риф улының булыуы ниндәй бәхет!Тәрән хөрмәт һәм ҙур респект һеҙгә!” тип һоҡланған.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор: Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас