

Бөгөн ауылдарҙа халыҡтың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын клуб үтәй. Унда төрлө саралар, байрамдар, әҙәби кисәләр, ауыл йыйыны, һайлау —барыһы ла шунда үтә. Мәҙәниәт усағы ауыл халҡының тормошонда мөһим роль уйнай, көнкүрешен йәмләй, төрлө яҡлап үҫешергә, һәләттәрен асырға булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ауылдарҙа мәҙәниәт тармағына булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа районда күптән ремонт күрмәгән мәҙәни усаҡтарҙың заманса һулыш алыуы күп нимә тураһында һөйләй. Тимәк, халыҡҡа аралашыу, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Яңы Ергән ауылы халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов ҡотланы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.