Яңылыҡтар
11 Декабрь 2025, 12:01

Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын

Ағымдағы йылдың башында Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы янында ойошторолған «Башҡорт йәштәре» танышыу проекты һөҙөмтәле эшләй, маҡсатлы һәм кәрәкле проект икәнен дәлилләй.

Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһынИзге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын

Бөгөн ошо проект сиктәрендә танышып, ҡауышҡан дүртенсе парҙың  Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы егете Фәнил Фәйзуллин һәм Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙы Айгизә Насыроваларҙың Аҡъяр ауылы «Йәмиғ» мәсетендә никахтары үтте.

Никах Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән, Ислам динендә ғаилә ҡороу тап никахтан башлана. Ул ир менән ҡатындың төҙөк ғаилә ҡороуға, тәрбиәле балалар үҫтереүгә биргән вәғәҙәләре, анттары ул. «Никах – сөннәтем, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Унһыҙ йәшәгән минең өммәтемдән булмаҫ». «Ир яҙмышы ҡатын ҡулына, ҡатын яҙмышы ир ҡулына йөкләнә», — тип әйтелә изге Ҡөръәндә.

 

Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Изге эш дауамлы һәм ғүмерле булһын
Автор:Лира Такалова
Читайте нас