

Бөгөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операция барышында илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап һәләк булған геройҙарыбыҙҙың яҡындарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташ яугирҙар Михаил Старостин, Венер Сәйфетдинов, Рәмзил Байғабулов, Радик Фәйзуллин, Салауат Юламанов, Рәмис Билалов, Иҙел Байғужин, Азамат Ласынов, Илшат Сабитов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына, Зәкир Исҡужин үлгәндән һуң 2-се дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Был наградалар яугирҙарға батырлыҡтары, фиҙакәрлеге һәм бурысына тоғролоғо өсөн тәрән рәхмәт символы. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һәм ил тарихында ҡаласаҡ.