Яңылыҡтар
10 Декабрь 2025, 04:15

Яңы йылға һауа торошо: һыуыҡмы, әллә йылымы?

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд Рәсәйҙең Европа өлөшөндә (Башҡортостан уға ҡарай) быйылғы ҡыш элеккеһенән һалҡыныраҡ буласағын белдергәйне. Асыҡланыуынса... 

Башҡортостанда яңы йыл төнөнә һәм ғинуар каникулдарына һауа торошо менән таныштырҙылар. Бында ла сюрприздар бар.

Мәҫәлән, Гисметео порталы фаразлауынса, 31 декабрҙә көндөҙ -9 градус һалҡын буласаҡ. Яңы йыл төнөндә термометр бағанаһы -12 градусҡа тиклем төшә. 1 ғинуарҙа -10 градус булыуы көтөлә. Ҡар яуыуы фаразланмай.

Башҡортостанда ғинуар каникулдарында ла шундай уҡ уртаса һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы -9-13 градус тәшкил итәсәк, төнгө сәғәттәрҙә -11-13 градус.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд Рәсәйҙең Европа өлөшөндә (Башҡортостан уға ҡарай) быйылғы ҡыш элеккеһенән һалҡыныраҡ буласағын белдергәйне. Һауа температураһы -20 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк булған көндәр фаразлана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас