Яңылыҡтар
10 Декабрь 2025, 04:11

“Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды

Дөйөм алғанда, 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 500 меңдән ашыу ағас ултыртылды.

“Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды“Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды
“Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына йомғаҡ яһалды. Акция етенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм йылдан-йыл күберәк кеше йәлеп итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Мәҫәлән, көҙгө ағас ултыртыу саралары битараф булмаған халыҡты, мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын, ирекмәндәрҙе, төрлө йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, эре компаниялар коллективтарын һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы берләштереп, киң хуплау тапты. Көстәрҙе күпләп туплау арҡаһында төбәк федераль кимәлдә иң әүҙем тип таныла.

- Быйыл акция республикала дәүләт урман фонды һәм дөйөм майҙаны яҡынса 158 гектар булған тораҡ пункттар биләмәһендә 72 урында уҙғарылды. Һөҙөмтәлә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 500 меңдән ашыу ағас ултыртылды, — тип хәбәр итте урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "БЮТ".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас