Яңылыҡтар
10 Декабрь 2025, 16:45

Республика - федераль проектты тормошҡа ашырыу буйынса лидер

Дөйөм осорҙа финанслау 894,8 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән  834,9 миллион һумы – федераль бюджеттан

Башҡортостан – “Бәләкәй Тыуған илдең мәҙәниәте” федераль  проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидер. Республика 2017 йылдан программала өс йүнәлеш – “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” буйынса ҡатнаша.

Дөйөм осорҙа финанслау 894,8 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән  834,9 миллион һумы – федераль бюджеттан.

Быйыл 401 мәҙәни-ял итеү үҙәгенең матди-техник базаһы нығытылған. 13 объектта ремонт эштәре атҡарылған, 28 мәҙәниәт йорто күп функциялы клубҡа әйләндерелгән.

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас