

Ватанға дошман янаған саҡта, башҡорт ир-егеттәре һәр саҡ алғы сафта булған – быны тарихтан яҡшы беләбеҙ. Әле барған махсус хәрби операцияла ла Башҡортостан улдары һынатмай. Шуларҙың береһе Федоровка ауылынан «Мирон» позывнойлы яугир ҙа өс йылдан ашыу алғы һыҙыҡта Тыуған илдең мәнфәғәттәрен яҡлау бурысын намыҫлы үтәй. Яҡташыбыҙ 2022 йылдың көҙөнән, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Халҡыбыҙҙың батырҙарына хас булғанса, ул бик тыйнаҡ, аҙ һүҙле, үҙе тураһында һөйләүҙе үҙһенмәй. Ә илһөйәрлек, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ уның ҡанында. Иңенә һалынған бөтә хәрби бурыстарҙы, йөкләмәләрҙе яуаплы үтәгән, иптәштәренә ныҡлы терәк булған, бар ерҙә лә өлгөр, ҡыйыу башҡорт егете ҡайҙан көс ала икән тип аптырай яуҙаштары.
«Мирон» мәктәптә тик «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡый.
- 1-се класҡа уҡырға барғанда 10 куплет шиғырҙы яттан һөйләп барыһын да шаҡ ҡатырғайны. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белгәнгә күрә уны тиҫтерҙәре лә ихтирам итте. Мәктәптә уҡығанда спорт менән дуҫ булып, унһыҙ бер көнөн дә күҙ алдына килтермәне. Дәрестән тыш сараларҙа ла әүҙем, ихлас ҡатнашты. Бәләкәйҙән өй эштәрендә уң ҡулыбыҙ булды, – тип улының бала сағы тураһында һөйләне әсәһе Әминә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.
Мәҡәләм геройы әрмегә саҡырылып, Һауа-десант ғәскәрҙәрендә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайта. Әйткәндәй, ул йәштән үк хәрби булырға хыяллана. Бәлки быға уның Ватаныбыҙ һағында торған ир-егеттәрҙең батырлығына арналған, һуғыш тураһында кино ҡарарға яратыуы ла сәбәпсе булғандыр.
–Бында тоғро иптәштәр табыуыма шатмын. Хәүефле хәл килеп тыуһа, уларҙың – мине, ә мин уларҙы ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәгебеҙҙе беләбеҙ. Был үҙенә күрә бер айырым көс һәм ныҡлы ышаныс бирә. Ҡатмарлы шарттарға күнегеп була, ә иң ауыры – иптәштәрҙе юғалтыу. Яу ҡырында йә һин дошманды, йә дошман һине юҡ итә. Урындағы халыҡ менән бәйләнеш тотабыҙ, һуғышта ла кешелеклекте юғалтмау мөһим. Ас бесәй йә этте күрһәк уларҙы ла ашатабыҙ. Ҡайһы саҡтарҙа үҙебеҙ ҙә һыуһыҙ ҡалған ваҡыттар булды – фронтта был аптырарлыҡ нәмә түгел. Заданиеға ебәрер алдынан ныҡлы тикшереү үткәрәләр. Һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләнән еңеллек һорап, изге теләктәр теләп сығабыҙ. Ошо хәрби юлды һайлағаныма үкенмәйем, – ти яугир.
Фатима Ҡоҙабаева.
Аҡъяр ауылы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була.