

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон быйыл февралдә старт алды. Башҡортостандың хәрби подразделениелары байраҡтары йыл дауамында республиканың барлыҡ район һәм ҡалалары мәктәптәрендә булды.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, шулай уҡ махсус операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Республика етәксеһе һәммәһен дә байрам менән ҡотланы һәм ошо көндөң мөһимлеген билдәләне.