Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәге башҡорт теле көнөнә арналған «Ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ» республика флешмобында ҡатнашырға саҡыра.
14 декабрҙә Башҡортостанда башҡорт теле көнө билдәләнә. Был байрамдың маҡсаты-башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү. Байрам датаһы күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала, уның ижады республиканың мәҙәни байлығының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
"Ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ" республика флешмобы 9 декабрҙә башлана һәм 14 декабргә тиклем дауам итә.
Шарттары һәм тәртибе:
1) Флешмобта ҡатнашыусыларға башҡорт телендә видеоматериал (3 минуттан артыҡ түгел) яҙырға тәҡдим ителә.
Үҙегеҙгә яҡын булған түбәндәге темаларҙың береһен һайларға мөмкин:
- ғаиләгеҙҙең геройы тураһында хикәйә менән уртаҡлашығыҙ.
- Берәй легенданы йәнләндерегеҙ: мауыҡтырғыс легенданы йәки урындағы иҫтәлекле берәй урын тураһында хикәйә тапшырығыҙ.
- Шиғриәт бүләк итегеҙ: Башҡортостан шағирҙарының береһенең яратҡан шиғырын уҡығыҙ.
- Йырлағыҙ: башҡорт телендә матур йыр башҡарығыҙ.
2) Башҡорт телендәге видеояҙмаларҙы ойошма битендә йәки «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге шәхси битләүҙәрҙә 2025 йылдың 14 декабренә тиклем баҫтырырға кәрәк.
Посты баҫтырғанда акцияның рәсми ойоштороусыһын телгә алырға кәрәк: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәге һәм төркөмдәргә яҙылыу
vk.com/club49342349 һәм
vk.com/bashnl хештегтарҙы мотлаҡ күрһәтергә кәрәк:
#Ғаиләбеҙҙәбашҡортсаһөйләшәбеҙ#мыговоримпобашкирски#башҡорттелекөнө#деньбашкирскогоязыкаЦДЧ#Республиканскийфлешмоб #нацбиблрб #милликитапхана
3) Ҡатнашыусыға 12 декабргә тиклем
chteniya11@mail.ru электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк, 25 декабргә тиклем ғаризаға яуап хатында ҡатнашыусыға сертификаттар ебәреләсәк.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы