Яңылыҡтар
9 Декабрь 2025, 09:26

Шәплегенә күҙ теймәһен

«Ғүмер көҙөңдә балаларың менән мәж килеп йәшәүҙәргә ни етә», - ти Мәрфүғә Рәхмәтуллина

Шәплегенә күҙ теймәһенШәплегенә күҙ теймәһен
Шәплегенә күҙ теймәһен

Вәлит ауылының иң өлкән быуындарының береһе Мәрфүғә Рәхмәтуллина 31 октябрҙә 87 йәшлек оло ғүмер байрамын билдәләгән. Ул 1938 йылда Зыяитдин һәм Ғәрифә Нурғәлиндарҙың ғаиләһендә тыуған. Кескәй сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Атаһы Зыяитдин Мырҙағәле улы һаулығы насар булыу сәбәпле һуғышҡа алынмай һәм 1943 йылда мәрхүм була. Һуғыш йылдары, ирҙәр эшләй торған эштәр ҡатын-ҡыҙҙар, балалар иңенә төшә. Мәрфүғә инәйҙең дә хеҙмәт юлы иртә башлана, ауыл мәктәбендә етенсе класты бөтә лә, колхоз эшенә егелә.

- Районда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереү буйынса гөрләп торған саҡтар, район үҙәгенән килгән Байғабулов тигән кеше менән бергә Вәлит ауылы ерҙәрен йәйәүләп үлсәп сыҡтыҡ. Эшсе ҡулдар етмәй, өлкән тракторсылар беҙҙе йәш ҡыҙҙарҙы тракторҙа йөрөтөргә өйрәтте. Уларҙы әҙ булһа ла ял иттерәйек тип, тракторға ултырып ер һөрә инек. Ҡыш фермаға иҫәпсе итеп ҡуйҙылар, яҙ еткәс ҡырҙа эшләү оҡшай тип баҫыуға сығып киттем. Ер һөрөп, кукуруз сәстек. Шул йылдарҙа уңыш мул булды. Малдарға силос әҙерләнек, бәләкәс, ябыҡ ҡынамын, силос ташларға көс етмәй, эштән сығарып ҡуйырҙар тип зарланырға оялабыҙ, ҡурҡабыҙ ҙа. Көҙ көнө комсомол йыйылышында бер төркөм ҡыҙҙарҙы фермаға һауынсы итеп күсерҙеләр, - тип хәтерләй Мәрфүғә Зыяитдин ҡыҙы.

Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 48-се һанында уҡығыҙ.

Шәплегенә күҙ теймәһен
Шәплегенә күҙ теймәһен
Автор:
Читайте нас