Яңылыҡтар
9 Декабрь 2025, 09:13

Башҡортостандың микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәткән

2025 йылда Башҡортостан микрокредит компанияһы республиканың бәләкәй һәм урта бизнесына дөйөм суммаһы 500 миллион һумдан ашыулыҡ льготалы дәүләт займдары биргән.

Башҡортостандың микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәткәнБашҡортостандың микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәткән
Башҡортостандың микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәткән

2025 йылда Башҡортостан микрокредит компанияһы республиканың бәләкәй һәм урта бизнесына дөйөм суммаһы 500 миллион һумдан ашыулыҡ льготалы дәүләт займдары биргән. Был сара «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика»)  милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙың мөһим өлөшөнә әүерелде һәм эшҡыуарҙарға үҙ эшмәкәрлеген уңышлы үҫтерергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлы.

«Башҡортостан микрокредит компанияһына финанс ярҙамы ауыл хужалығы, туризм, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү һәм хеҙмәттәр өлкәһе вәкилдәре араһында ихтыяж менән файҙалана. Уңайлы займдар ярҙамында эшҡыуарҙар производствоны киңәйтеү, ҡорамалдарҙы яңыртыу, яңы эш урындары булдырыу һәм төбәк ҡаҙнаһына һалым керемдәрен арттырыу мөмкинлегенә эйә булды», - ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Компанияның власть органдары һәм бизнес-берләшмә менән тығыҙ килешеп эш итеүе уңыштың төп факторҙарының береһенә әйләнде. Компания хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан муниципалитеттарына 15 тапҡыр, шул иҫәптән «ЦУР бизнес. Аралашыу  биләмәһе»күсмә осрашыу үткәргән.

Бынан тыш, кредиттар буйынса льготалар инновациялар үҫешен һәм заманса технологиялар индереүҙе дәртләндерә, улар урындағы предприятиеларҙың Рәсәй баҙарындағы конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә булышлыҡ итә.

Был эштәрҙең барыһы ла яңы ҡабул ителгән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарына ярашлы, тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас