Яңылыҡтар
9 Декабрь 2025, 16:33

Башҡортостанда илдә тәүге тапҡыр журналистарға хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылд

Башҡортостандың 9 журналисы республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан хәрби хәбәрсе танытмаларын алды.

Башҡортостанда илдә тәүге тапҡыр журналистарға хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылдБашҡортостанда илдә тәүге тапҡыр журналистарға хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылд
Башҡортостанда илдә тәүге тапҡыр журналистарға хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылд

Бөгөн Өфөлә республика Журналистар союзының XXIV съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби хәбәрсе танытмаларын тапшырҙы. Уларҙы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков, БСТ телеканалынан коллегаларыбыҙ Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Ильяс Батыргәрәев, Илдар Юлдыбаев, Гүзәл Хәмитова, Булат Саҙрыев, Иван Шабрин һәм республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов алды.

«Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был документ өсөн – йөҙәрләгән мең саҡрым, йөҙәрләгән мең юл. Ошо йылдар эсендә бик күпме яҙмыштар менән осрашырға тура килде. Үҙебеҙҙең мәғлүмәт агентлығы етәкселегенә, журналистар союзына рәхмәтлемен. Был, ысынлап та, ғәйәт ҙур эш. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт», – тине Эдуард Ҡусҡарбәков яуап һүҙендә.

«Бер нисә йыл элек беҙ хәрби хәбәрселәр булыр тип күҙ алдына ла килтермәй инек. Университетта мине быға өйрәтмәнеләр. Коллегаларыбыҙ менән бергә, алғы һыҙыҡта өйрәндек. Ошондай ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, ул ысынлап та кәрәк. Артабан да эшләйбеҙ», – тип билдәләне БСТ телеканалы журналисы Азат Саҙрыев.

Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҫәлән, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Галина Пантюхина республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-09/v-bashkirii-vpervye-v-strane-zhurnalistam-vruchili-udostovereniya-voenkorov-4499460

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас