

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан Айрат Марат улы Иштанов үҙе йырлай, оҙон көйҙәр башҡара, йырҙар ижад итә, ҡурайҙа уйнай, бәйгеләрҙә ҡатнаша, шулай уҡ ауылдың волейбол командаһын етәкләй, "Һаҡмар " шифанаһында һаҡсы булып эшен дә эшләп өлгөрә. Ябай ауыл ир - егете, ә иң мөһиме дүрт балаһына хәстәрлекле атай ул.
Ошо көндәрҙә «Башҡорт йыры»нда ҡатнашып, Өфөлә үҙенең моңло сығышы менән сәхнә түрен биҙәне.
Бар яҡтан килгән яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, юғары үрҙәр теләйбеҙ!