Яңылыҡтар
8 Декабрь 2025, 11:01

Гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто

 "Хәйбулла хәбәрҙәре"гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатыу уҙҙы. Был юлы Ғәлиәхмәт ауылынан Айрат Билалов еңеүсе булды.

Гәзиткә яҙылды һәм бүләк оттоГәзиткә яҙылды һәм бүләк отто
Гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто

–Район баҫмаһы менән дуҫлығымды киләсәктә лә дауам итәсәкмен. Үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан район гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уның килеп етеүен көтөп алам. Тәүге битенән алып аҙағына тиклем бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡып барам.
Гәзит биттәрендәге махсус биттәр, хикәйәләр, ғаиләләр тураһында яҙмалар, район, республика яңылыҡтары менән дә танышам. Өлгөлө, матур йәшәгән эшһөйәр ғаиләләр тураһында уҡып, һоҡланам. Яҡташ хикәйә авторҙарының әҫәрҙәренән
фәһем алабыҙ. «Гәзиткә яҙыл да бүләк от» акцияһы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уяталыр. Мин дә квитанциямды редакцияға алып килеп теркәнем һәм уңыш йылмайҙы. Ә инде «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, күп
һанлы яҙылыусылар теләп ҡалам.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас