

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Иҡтисади диалог: Башҡортостан менән Ҡытай хеҙмәттәшлегенең яңы мөмкинлектәре” тигән сессия үткәрелде.
Ике яҡ та хеҙмәттәшлектең ниндәй яңы йүнәлештәрен күреүҙәре тураһында һөйләне, тәғәйен тәҡдимдәр ҙә күп булды.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Алия Ильясова, сесияны асып, Ҡытайҙың бер нисә йыл инде республкианың беренсе сауҙа хеҙмәттәше булыуын, уның өлөшөнә дөйөм сауҙа әйләнешенең 25 проценты тура килеүен билдәләне.
“Һуңғы йылдарҙа байтаҡ алға китешкә өлгәшелде: хеҙмәттәшлектең ковидҡа тиклемге әүеҙлемеге аяҡҡа баҫтырылды, май, шәкәр һәм сода оҙатыла, ә Ҡытай компаниялары ҡорамалдар, станоктар һәм автобустар бирә. 2024 йылда ике яҡлы сауҙа күләме беер миллиард долларға етте”, – тине Алия Ильясова. Шаньдун провинцияһының Көнсығыш европалағы һәм Көнсығыш Азиялағы сауҙа-иҡтисад вәкиллегенең төп вәкиле Цинь Хайфэн үҙенең сығышында Ҡытай менән Рәсәй лидерҙараның һуңғы осрашыуында “Бер пояс – бер юл” башланғысының хеҙмәттәшлек өсөн уңышлы юл булыуын иҫкә алды.
Shenzhenshi Sayed Information Technology Co., Ltd компанияһы рәйесе Чэн Ся Рәсәй менән Шэньчжэнь провинцияһының хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.
«Иньшу» яуаплылығы сикләнгән йәмғәиетенә нигеҙ һалған Дияз Кәлимуллин үҙенең ҡытайҙар менән хеҙмәтттәшлек итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм барыһын да Sinosure дәүләт экспорт-кредит страховкалау ккорпорацияһы менән хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.
Сессия тамамланғас, яҡтар үҙ-ара контакттар менән алмашты һәм әңгәмә формаль булмаған шарттарҙа дауам итте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!