

Башҡортостан биләмәһендә 5 788 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан, шуларҙың 1 994-е Рәсәй халыҡтарының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының берҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы Идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин ошондай мәғлүмәт бирҙе.
Ведомство белгестәре был объекттар өҫтөндә даими контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып бара. 2025 йылда 10 күсмә тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 15 хоҡуҡ боҙоу асыҡлана һәм административ эштәр ҡуҙғатыла. Иҫкәртеү саралары сиктәрендә мотлаҡ талаптарҙы боҙоуҙың яраҡһыҙлығы тураһында 97 иҫкәртеү иғлан ителә. Шулай уҡ архитектура ҡомартҡыларының техник торошоноң 108 акты рәсмиләштерелә һәм уларҙың хужаларының һаҡлау йөкләмәләре раҫлана.
12 мәҙәни мираҫ объекты буйынса ремонт-реставрация эштәре тамамланды. Улар иҫәбендә – Өфөлә Сахаров, Степанов-Зориндар, Капкаев, Поликарпов, Тихониндар йорттары. 243 һәйкәл өсөн һаҡ зоналары сиктәрен раҫлайҙар, 88 объект өсөн һаҡ зоналары проекттарын эшләйҙәр.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мөһим ҡаҙаныш була.
Салауат Ҡолбахтин Иҫтәлекле урындарҙы һаҡлауҙа уңышлы тәжрибә булараҡ Черниковск ҡалаһын (әле Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары территорияһы) тейешле реестрға индереү буйынса үткәрелгән эште атаны. Дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы акты 188 мәҙәни мираҫ объекттын үҙ эсенә алған 223 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Был биналарҙы тотоуҙы, ремонтлауҙы һәм файҙаланыуҙы еңеләйтә.
– Был тәжрибәне 40-тан ашыу мәҙәни мираҫ объекты асыҡланған Дим биҫтәһенә таратыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, – тип билдәләне Идаралыҡ начальнигы. – Был объекттарҙы реестрға индереүҙең маҡсатҡа ярашлылығын билдәләү өсөн 43 дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү ойошторолдо.
Башҡортостан Башлығы Өфөләге Октябрь Революцияһы урамындағы тарихи объекттарҙы тәртипкә килтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында 90-ға яҡын мәҙәни мираҫ объекты тупланған, ә урам үҙе ҡала өсөн айырыуса әһәмиәтле.
- Республикала төрлө төр һәм категориялы 5,7 меңдән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – уларҙы тәртипкә килтереү. Әлбиттә, эш күләме – тиҫтә йылдарға, әммә бының менән планлы рәүештә шөғөлләнергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.