

Әлеге ваҡытта тиклем барлығы 93 квитанция теркәлде.Баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында үткәрелгән отош уйынының еңеүселәре иҫәбенә Әбүбәкер ауылынан Зилә Сынбулатова инде.
-Район гәзитен бик күп йылдар алдырам, башынан аҙағына тиклем уҡып барам. Уның биттәрендә фәһемле, йөкмәткеле мәҡәләләр, район яңылыҡтары сығып бара. Райондаштар, үҙебеҙҙең гәзитебеҙ һүнеп ҡалмаһын, яҙылайыҡтар. Гәзиткә яҙылыу квитанцияһын ебәргәнем бар ине. Ләкин, уңыш йылмаймай торғайны, был юлы мин дә бүләкле булдым. Бүләктәр бик шәп, бындай конкурс ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Бүләктә генә эш тормай, иң мөһиме гәзит биттәрендә район тормошо һүрәтләнә, унда үткәрелгән төрлө ваҡиғалар халыҡҡа еткерелеп тора, хәбәрҙар булып, шундай тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!
2025 йылдың 3 декабренән 13 декабренә тиклем бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үтә. Был ваҡытта почта аша район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа кәмей. Ошо ун көндә 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ!
13 декабргә тиклем 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзиттәренә редакция аша ла льготалы яҙылыу буйынса акция иғлан ителә.
►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн 6 айға– 804 һум;
►өйгә илтеп ҡуйыу 6 айға – 924 һум.
Гәзиткә яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияға килеп теркәтергә йәки фотоға төшөрөп “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге «Хәйбулла хәбәрҙәре» төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-62.