

Етештереүҙә һаҡсыл алымдарҙы ҡулланыу Өфөнөң “УТЕКО” технологик компанияһына ағымлы процестарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген 15 процентҡа күтәрергә ярҙам итте.
Һөҙөмтәлә “Технологик блоктарҙа етештереүҙе уңайлаштырыу” тип аталған ошо ағымда етештереү күләме лә 14 процентҡа артты. “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы, Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиела үткәргән тикшереү шуны күрһәтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисад, энергетика һәм инновациялар министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, проектта ҡатнашыу компанияларға заказдарҙы үтәү ваҡытын кәметеү, эске логистиканы уңайлаштырыу, бүлектәрҙең үҙ-ара бәйләнешен көсәйтеү мөмкинлеге бирә.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты унда ҡатнашыусыларға түләүһеҙ эксперт ярҙамы күрһәтә, һанлы сервистарға һәм ташламалы финанс алымдарына инеү мөмкинлеге бирә.
ФЕКЕР
Айҙар АЛИКАЕВ,
УТЕКО белгесе:
“Беҙ етештереү майҙанын үҙгәртеп кенә ҡалманыҡ, планлаштырыуға икенсе ҡараш булдырҙыҡ. Был иһә етештереүҙе тиҙләтергә ҡамасаулаған юғалтыуҙарҙы кәметеү һәм процестарҙы “һығылмалыраҡ” итеү форсаты бирҙе.
Беҙҙең маҡсат – юғалтыуҙарҙы бөтөрөү иҫәбенә продукция етештереү ваҡытын 15-20 процентҡа ҡыҫҡартыу, был нефть һәм газ компаниялары менән хеҙмәттәшлекте лә нығытасаҡ.
Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.