Яңылыҡтар
30 Ноября 2025, 14:41

Машинаһы селпәрәмә килгән...

Ике автомобиль ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Зыян күреүселәр бар.

Машинаһы селпәрәмә килгән...Машинаһы селпәрәмә килгән...
Машинаһы селпәрәмә килгән...

Ундағы өс кеше зыян күргән.

Бөгөн, 30 ноябрь, көндөҙ Өфө районында ике еңел машина ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Аварияла өс кеше зыян күргән.

Ваҡиға урынына БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары машиналарҙағы аккумуляторҙарҙы һүндереп, ҡатынды кабинанан сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас