Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2025, 10:17

«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй

«Хәҙерге уңайлы тормошома ҡарайым да үткәнем әкиәт шикелле, балаларға һөйләһәң ышанмаҫ», - ти Зәлифә Шаһыбал ҡыҙы.

«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй
«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй

Бөгөнгө тормоштоң етешлегенә һөйөнөп, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәй күпте күргән, күпте кисергән хөрмәтле ил инәһе. Башҡалар һымаҡ уға ла һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын, әсеһен-сөсөһөн татып, көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә, шулай ҙа бер зарланыу, һуҡраныу ишетмәҫһең улар быуынынан.

 

                                         Танкист ҡыҙы бит мин!

Зәлифә Исҡужина Шаһыбал һәм Зәғифә Аҡъюловтарҙың ғаиләһендә 1940 йылда Медногорск ҡалаһында тыуған. Атаһы Шаһыбал Мөхәммәтбаҡый улы ҡаланың көкөрт заводында инженер булып эшләгән һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғас тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Атаһы һуғышҡа киткәндә өс-дүрт айлыҡ сабый булып ҡына ҡалһа ла, илебеҙгә ҡурҡыныс ҡан ҡойғос, кеше ғүмерҙәрен ҡыйыусы иблис хөкөм итеүен тойоп, татып үҫергә тура килә. Әсәһе лә гел янында булмай, көнө-төнө Магнитогорск ҡалаһындағы хәрби госпиталендә эшләй.     

  • Атайым бик аҡыллы, яҡшы хәтерле, баһадир кәүҙәле кеше булған. 1939 йылда ул танк йөрөтөү, уның төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн махсус белем ала. Һуғыштың иң ауыр, иң дәшһәтле йылдарын үтеп, танк-134тә Германия биләмәһенә индек тигән ерҙә Велополье тигән ҡасабала батырҙарса һәләк була. Атайым ҡаһарманлығы өсөн бер нисә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Был орденды бик һирәк яугирҙарға биргәндәр, атайым ҡурҡыу белмәҫ, мөһим заданиеларҙы башҡарыусы ысын батыр булған. Әсәйем Зәғифә байтаҡ йылдар үткәс, атайымдың ерләнгән урынына барып ҡайтты. Танкист ҡыҙы бит мин! – тип ғорурлана Зәлифә Шаһыбал ҡыҙы.

 

Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 47-се һанында уҡығыҙ.

«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй
«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй
«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй
«Герой-әсә» балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй
Автор:
Читайте нас